Новое на сайте: дарите подарки любимым исполнителям на их странице, а плейлист, лайки и подписки теперь можно перенести на другой телефон в разделе «Моя музыка».
Алтынай Валитов - Һаумы, башҡорт!
Подписаться на новые песни
Алтынай Валитов
Алтынай Валитов Исполнитель - 3 песни

Алтынай Валитов - Һаумы, башҡорт!

Скачать MP3
  • Длительность: 3:05
  • Битрейт: 320 kbps
  • Размер: 7.0 МБ
  • Добавлена: 17.11.2026
Создай свою песнюНейросеть напишет музыку и споёт на твои слова 25 ₽

О песне

Звучит боль за свой народ и язык, и гордость за башкирские корни. Автор призывает не забывать родной язык и историю, вспоминая Урал-батыра и Салавата. Несмотря на насмешки и трудности, он остаётся башкиром и верит в светлое будущее нации.

Текст песни

Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып
Өҫтән ҡысҡыралар Һау бул, Башҡорт тип
Ә мин беҙҙең милләттең, яҡты юлын күрәм
Һәм өндәшәм һиңә Һаумы, Башҡорт!

Оран һалып ҡысҡыраһы килә әйтер һүҙемде
Ауыҙ ябып ултырып булмай, бөттө түҙемлек!
Башҡорт башын эймәй тиеп йыуатһам да үҙемде
Башы эйелмәне, ләкин биле бөгөлдө
Томаланған аңдарыбыҙ, алырға ғына килем
Беҙ Башҡорт уландары, үҙ еребеҙҙә килен!
Көлөп китә һәр береһе, үҙ илемә килеп
Үҙең дә онотоп бараһың әсә телен
Бер беребеҙҙе батырабыҙ интернет селтәрендә
Шул арала, башҡа баҫып башҡалар күтәрелә!
Аҡмулла, Зәки Вәлиди, Бабич һәм бөтәһе лә
Башҡорттар түгел, хәҙер инде улар бүтән милләт!
Хоҙай, бирсе миңә зинһар түҙемлек
Һорайым ни булһа ла, юғалтмаҫҡа үҙемде!
Башҡорт булып ҡалырмын, ҡаным барҙа тамырҙа
Етмәне әле ваҡыт, беҙгә соҡор ҡаҙырға!

Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып
Өҫтән ҡысҡыралар Һау бул, Башҡорт тип
Ә мин беҙҙең милләттең, яҡты юлын күрәм
Һәм өндәшәм һиңә Һаумы, Башҡорт!

Ҡара йөҙҙәр ҡараһа ла ыржайып
Мин үҙемсә эшләрмен көн һайын
Берәй ҡасан китһәм дә мин байып
Булырмын шул уҡ ауыл малайы
Кем булһам да сыҡҡанмын ябай халыҡтан
Меңәр йылдарға һуҙылған беҙҙең тарих бар
Урал батыр, Салауаттан килә беҙҙең ҡан!
Күңелем осар бөркөт, йәнем арыҫлан!
Үҙебеҙҙән тора ниндәй булыры киләсәк!
Барыбыҙ ҙа һулай бер үк һауа бер үк һыу эсә
Йүгерә аттар болонда, һыҙғырып ҡурай үҫә
Бөтә байлығын йәлләмәйсә бирә ер әсә!
Ғорурланамын мин, тыуғаныма Башҡорт булып!
Бөрйән тауҙарынан, Алтынай Үлмәҫбай улы!
Һәр Башҡорт әгәр онотмаһа үҙ юлын
Телем, ерем, милләтебеҙ тере булыр!!!

Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып
Өҫтән ҡысҡыралар Һау бул, Башҡорт тип
Ә мин беҙҙең милләттең, яҡты юлын күрәм
Һәм өндәшәм һиңә Һаумы, Башҡорт!

Беҙгә ташланалар, яралар ҡалдырып
Өҫтән ҡысҡыралар Һау бул, Башҡорт тип
Ә мин беҙҙең милләттең, яҡты юлын күрәм
Һәм өндәшәм һиңә Һаумы, Башҡорт!

Поделиться

Комментарии

Пока никто не написал. Будьте первым.

0 / 1000

Другие песни: Алтынай Валитов

Мыжыма AKYEGET, Алтынай Валитов
2:57

Похожие песни